Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә сәнәғәт ойошмалары һәм бизнесҡа экологик талаптарҙы арттырырға кәрәк тине. Тәбиғәткә зыян килтергән өсөн йыйылған аҡса туранан эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн йүнәлтелә. Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, геолог Рәсих Хәмитов фекере.
Владимир Путин әйтеүенсә, 2024 йылға һауаға зарарлы матдәләр сығарыу 20 процентҡа кәмергә тейеш.






