Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары шуға бәйле закон ҡабул итте. Ҡануниәт буйынса, Өфө үҙәгендә автомобилде ҡалдырған өсөн түләү алына. Ишле ғаиләләргә иһә парковка өсөн түләмәҫкә рөхсәт ителә. Республика парламенты вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләй.
Өфө үҙәгендә бушлай автомобиль парковкаһына бәйле ҡануниәт артабан тулылана. Льготалы төркөмгә башҡа категория граждандарҙы индереү тәҡдиме өйрәнелә.




