Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, бындай эсемлек балаларҙың организмына кире йоғонто яһай - нерв, йөрәк-тамыр системалары һәм ашҡаҙанға зыян килтереүе ихтимал. Бәлиғ булмағанға энергетик һатыусыларға 3-4 мең һум, вазифа биләгәндәргә 30-40 мең, юридик шәхестәргә 150-200 мең һум штраф ҡаралған.




