Бөгөн халыҡ шағирының вафатына ике йыл. Рауил Бикбаев дәүер яҙыусыһы булараҡ танылды. Замандаштарын борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу һәм тура итеп әйтә белде. Бындай шәхестәр халыҡтың алтын бағанаһы, ти “Ағиҙел” журналы баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин:
Рауил Бикбаев әҫәрҙәре менән башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәрҙе. Ул республиканы сит илдәрҙә лә танытты. “Яҡшы кеше булды. Халҡын өҙөлөп яратты.”, - ти шағирҙың ҡатыны Фәриҙә Бикбаева.
Өфөлә 102-се башҡорт гимназияһы Рауил Бикбаев исемен йөрөтә, йыл һайын Бикбаев уҡыуҙары үткәрелә.




