24 апрель – Берҙәм экологик саралар үткәреү көнө. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм уҡыусылар, шулай уҡ халыҡ биләмәләрҙе сүптән таҙартырға сыға.
Иртәгә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла старт бирелә.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова:
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә,районға 90 йыл тулыу айҡанлы Кушнаренкола баҡса барлыҡҡа килә. Асҡын районында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы иҫтәлегенә аллея булдырыла, унда сирень ҡыуаҡтары ултыртырға ниәтләйҙәр.






