Бөгөн Хөкүмәттә үткән брифингта шул турала хәбәр ителде. Әлеге көндә ҡотҡарыусылар 4 районды контролдә тота. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов.
Һуңғы көндәрҙә яуған ямғыр йылғаларҙа һыуҙың артыҡ күтәрелеүенә йоғонто яһамай. “Ташҡындың икенсе тулҡыны юғары булмай”, - ти Башгидрометеоүҙәктең баш синоптигы Анна Козаева.






