Күсмә медицина комплекстарында шулай уҡ коронавирустан прививка яһала. Әле 300-гә яҡын кеше вакцина эшләткән. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, Өфөнән табиптар ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Әле “Сәләмәтлек поезы” Архангел, Салауат, Бөрө, Бүздәк, Ауырғазы һәм Белорет райондарында эшләй. Акция маршруты һәм ваҡыты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.




