Кино онлайн прокатҡа 10 майҙан сыға. Уны ITunes һәм Google Play-ҙа һатып алып ҡарарға мөмкин. Башҡорт йәки рус телендәге версиялар тәҡдим ителә. “Өс таған” фильмы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан төшөрөлдө. Режиссеры – Айнур Асҡаров. Кинотеатрҙа фильм 4 марттан прокатҡа сыҡты. Әле республика район һәм ҡалалары, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә күрһәтелә.






