Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсәләр өсөн текстар ҡаралған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова һөйләй.
Италияла йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә халыҡ-ара акцияға ҡушыла. Был турала Беневенто ҡалаһынан Дилә Хөснөтдинова хәбәр итте.
Өфөлә диктантты ғәҙәти тәртиптә яҙырға мөмкин. Диктант яҙыу урындары менән социаль селтәрҙә танышырға була. Быйыл диктант тексын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, республика парламенты вице-спикеры Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ музыканттар - рок башҡарыусы Альберт Исмәғил һәм “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин уҡый. Акцияла ҡатнашыу өсөн bashdiktant.ru сайтында теркәлергә кәрәк.






