Театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн режиссер, педагог, Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов тәбрикләнде. Рифҡәт Исрафилов 1981-1996 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрын етәкләй. Өфөлә төрки халыҡтар телдәрендә уҙғарылған “Туғанлыҡ” фестиван булдырыусыларҙың береһе.




