Беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 12 процентҡа артҡан. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров белдергән. Ғинуарҙан мартҡа тиклем республикала күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа 694 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә – 7-се, Волга буйы федераль округында – 2-се урында. “Төҙөлөш тармағындағы эш һөҙөмтәләре – халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был өлкәлә әүҙемлекте кәметмәйбеҙ. Кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү – төп маҡсат булып тора”, - тип билдәләгән Башҡортостан Башлығы.






