Мәктәп баскетбол лигаһының Волга буйы Федераль округы этабында республика данын Өфөнөң Совет районы ҡыҙҙары һәм Октябрь районы егеттәре яҡлай. Баш ҡаланың 44-се күп профилле полилингваль мәктәбендә “КЭС-Баскет” турниры йомғаҡланды. Лиганың округ этабы Ульяновск ҡалаһында үтә.




