Бөгөн Удмурт дәүләт Милли театрында “Волга буйы театрҙары” фестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашты. Культура.рф порталы сара барышын тура эфирҙа күрһәтте.
Йәштәр һәм балалар коллективтары алты номинацияла бүләкләнде.
Быйыл фестивалдә Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙән 416 театр ҡатнашты. Постановкаларҙа 5 мең самаһы актер уйнаған.
Бүләкләү тантанаһында Игорь Комаров Удмурт республикаһы “Волга буйы театрҙары” фестиваленең йорто буласаҡ, тип белдерҙе.
Фестиваль округтағы йәмәғәт проекттарының береһе. Конкурста йәштәр һәм балалар театр коллективтары ҡатнаша. Проект йәштәр театр сәнғәтен популярлаштырыу һәм йәштәрҙең мәҙәни даирәһен киңәйтеү маҡсатында ойошторола. 2020-2021 йылдар фестиваль миҙгелендә “Иң яҡшы йәштәр спектакле” номинацияһында Башҡортостандан Бәләбәйҙең “Браво” йәштәр театр-студияһының “Алинур” спектакле 3-сө урын яуланы. Афиша һәм плакаттар конкурсында 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр араһында беҙҙең республиканан Яна Яблокова 3-сө урынға лайыҡ булды.
Еңеүсе, призер һәм финалист булған театр постановкаларын театральноеприволжье.рф сайтында “Финалистар” бүлегендә ошо һылтанма буйынса ҡарарға була:
Тауыш биреү барышы менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин:




