Ижади ярыш быйыл беренсе тапҡыр үткәрелә. Ойоштороусыларҙың береһе, республиканың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева әйтеүенсә, күрше төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар бар.
Иртәгә конкурс еңеүселәренең Гала-концерты була. Флүрә Ноғоманова Башҡортостандың халыҡ артисы, вокал буйынса педагог, 30 йылдан ашыу Өфө сәнғәт училищеһында уҡытты. Танылған йырсылар Йәмил Әбделмәнов, Ләлә Әхмәтйәнова, Флүрә Килдейәрова, Резедә Әминева уның уҡыусылары. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы быйыл тыуған көнөндә – 18 февралдә вафат булды.




