Башҡортостандың йылға транспортына йәшел юл

Ағиҙел йылғаһына паромдар сыҡты, шуға күрә баҡсасылар миҙгелен дә башларға мөмкин. Бынан тыш, бөгөн йылға пароходсылығына ла навигация асылды. Тантана Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы причалында үтте. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Ағиҙел ярында хәрби марш. 2021 йылдың навигация миҙгелен асыуҙа Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы курсанттары ҡатнашты. Беренсе курста уҡыған егеттәр йылға флотын һайлағанға бер ҙә үкенмәй. Киләсәктә улар республикала был тармаҡты үҫтерергә, пароходсылыҡты тулы ҡеүәттә тергеҙергә ниәтләй.

Йылғасылар династияһының һуңғы капитаны. Бахаевтар ғаиләһенең бер нисә быуыны флот тармағында эшләй, уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы 400 йылдан ашыу. Судно капитаны Евгений Георгиевич Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына кешеләрҙе йөрөтә. Яр буйы хеҙмәтендә лә эшләй, артабан йылға вокзалы етәксеһе һәм йәш капитандарҙың остазы ла була. Хаҡлы ялға сыҡҡан Евгений Бахаев та Ағиҙел буйлап теплоходтар навигацияһын асыу сараһында ҡатнашты.

Дуҫлыҡ монументы янында навигацияны асыу уңайынан ҡаланың үҙешмәкәр коллективтары һәм артистар ҡатнашлығында байрам концерты ойошторолдо. Әйткәндәй, тап 163 йыл элек Ағиҙел ярынан тәүге башҡорт пароходы йөҙөүгә сыға. Әлеге көндә республикала бер мең эске һыу юлдары иҫәпләнә. Октябргә тиклем йылға буйлап ярты миллион пассажир һәм 1 миллион тонна йөк ташыу күҙаллана.

Паромдар ҙа ҡаланың кәрәкле транспорт төрө булып ҡала. Быйыл йылға кисеүҙәре хеҙмәте ғәҙәттәгенән ике аҙна алдан эшләй башланы. Күҙҙәр һыуҙы, ә ҡулдар штурвалды һағынды, ти теплоход капитаны.

Өфөлә 7 паром менән сығыу урындары эшләй: икәүһе - пассажирҙар һәм йөк өсөн ДОКтан, Сипайлово, Тужиловка, Трамплин, Дудкин һәм Чесноковка ауылына һәм Козарез ҡасабаһына йөрөй. Шулай уҡ Сипайлованан "Зеленый мыс" баҡсасылар ширҡәтенә тиклем йәмәғәт маршруты сығарыла.

Ташҡынға бәйле йылға кисеүҙәре хеҙмәте һыу баҫҡан урындарҙа ла эшләй. Әле үк Козарез ҡасабаһынан Нижегородка биҫтәһенә пассажирҙар ташыу ойошторолған. Хаҡтар былтырғы кимәлдә ҡала. Бынан тыш, Өфөнөң «Йылға кисеүҙәре хеҙмәте» туристар өсөн яңы маршрут асырға планлаштырған. Теплоходтарҙа бер сәғәтлек сәфәр Дуҫлыҡ монументынан башланасаҡ. Судно үҙенең беренсе пассажирҙарын Ағиҙел йылғаһы причалдарҙан киткәс ҡабул итер тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостандың йылға транспортына йәшел юл

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ