«Йәш офтальмологтар лигаһы» тип аталған сарала табиптар тәжрибә уртаҡлашып, күҙҙәрҙе дауалауҙа яңы ысулдар буйынса фекер алышты. Башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе табиптар конференцияла онлайн ҡатнашты. Тулыраҡ хәбәбрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында.
Күҙҙәге мөгөҙсә шекәрәһе сирҙәре, катаракта һәм башҡа сирҙәрҙе дауалаусы хирургтар ошондай диагноз менән килгән пациенттарҙы өҙлөкһөҙ ҡабул итә. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптарына йылына 45 мең пациентҡа мөрәжәғәт итеп сифатлы медицина ярҙамына эйә.
Институтта яһалған операциялар сифатын сит ил белгестәре лә юғары баһалай. Өфө табиптары Халыҡ-ара кимәлендәге нарградалар менән бүләкләнә. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү үҙәгендәге матди-техник база, заманса ҡоролмалар һәм көслө табиптар иң ҡатмарлы күҙ ауырыуҙарын дауалауға мөмкинлек бирә.
Офтальмология өлкәһендә эшләүсе йәш табиптарҙың белемен камиллаштырыу маҡсатында күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында конференцияла үтте. Форумда күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләренә, күҙҙәге мөгөҙсә шекәрәһе сирҙәренә төплө иғтибар бүленде.
Күҙҙәр менән бәйле сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн табиптар йылына бер тапҡыр офтальмологҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Һәм был кәңәштәр өлкән быуын вәкилдәренә генә ҡағылмай, йәштәрҙең гаджеттар экранына йыш ҡарауы ла күҙҙәрҙең сәләмәтлегенә йоғонто яһай.
Флорида Ким




