Өфөлә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусы балалар араһында ҡала конкурсы үтте

Бәйгелә баш ҡаланың ун мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты, шулай уҡ сығыш яһаусылар араһында иглиндәр ҙә булды. Ҡурай, ҡыл-ҡубыҙ, ҡумыҙ, думбырала уйнаусылар араһында айырым еңеүселәр билдәләнде. Әйткәндәй, милли музыка ҡоралдары Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә һатып алынған. Сара Өфөнөң Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолдо.

Сәхнәгә айырым башҡарыусыларҙан тыш, фольклор ансамблдәр, этнотөркөмдәр ҙа сыҡты. Ҡатнашыусыларҙың күплеге – үҫеп килгән быуындың тамыры ныҡ булыуын, уҡыуҙан тыш, башҡорт мәҙәниәте, халыҡ ижады, тарих менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләй.

Фото №1 - Өфөлә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусы балалар араһында ҡала конкурсы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ