Польшаның Кельце ҡалаһында уҙған ярышта Башҡортостан ҡыҙы 64 килограммға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаны. Финалда яҡташыбыҙ Үзбәкстан вәкиле Мохинабону Абдуллаеванан өҫтөнөрөк булды. Тренер Александр Савкиндың тәрбиәләнеүсеһе Октябрьскийҙа тыуған. 12 йәшенән бокс менән шөғөллөнә.
Былтыр ноябрҙә Азалия Әминева Черногорияла юниорҙар араһында Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды. Шулай итеп ул 21-се быуатта Европа алтынын яулаған тәүге башҡорт бокссыһы тип танылды. Донъя чемпионы Башҡортостанға йәкшәмбе ҡайта.




