Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе сиктәрендә Профсоюздар йорто эргә-тирәһе йәшелләндерелде

«Йәшел Башҡортостан» акцияһында республика райондары ла әүҙемлек күрһәтте. Был юлы ағас үҫентеләре етеп килгән 9 май байрамы айҡанлы ултыртылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Мәңге йәшел ҡарағай тирә-яҡ мөхит өсөн генә түгел, көндәлек тормошта ла иң кәрәкле ағас. Ул төҙөлөш эштәре, төрлө изделиелар әҙерләү һәм башҡа маҡсатта ҡулланыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡарағай һуты ла ҙур ярҙам күрһәтә. Хәрби госпиталдәрҙә зәңге, йәки С витамины етешмәүҙән барлыҡҡа килгән авитаминоз менән яфаланыусыларҙы һауыҡтырыу өсөн ҡулланыла. Ҡәһәрле һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттар һәм ветерандар иҫтәлегенә Профсоюздар йорто биләмәһендә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.

Шулай уҡ ҡала өмәһе сиктәрендә «Еңеү сирендәре» аллеяһы киңәйтелде. Ул былтыр, Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына асылғайны. Был юлы сирендәр рәте яңы үҫентеләр менән тулыланды. Йәмғеһе, Профсоюздар йорто биләмәһенә 35 төп ҡарағай, сирен һәм шыршы ултыртылды.

Беҙҙең ҡала иң йәшеле тип иҫәпләнһә лә, яңы аллеялар, әлбиттә, урамдарҙы биҙәйәсәк. Был акция Өфөнөң төрлө мөйөштәрендә барыуына бик шатмын. Һауа торошоноң боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә яҡшы кәйеф өләшәбеҙ. Беҙ ултырҡан ағастар ерегеп үҫеп китер, тигән өмөттәмен.

Галина Ишмөхәмәтова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты

Фронтовиктар исемен Баймаҡ халҡы ла мәңгеләштерҙе. Районда ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт коллективтары ағас ултыртыуға сыҡты. Быйыл тәүге йәшелләндереү өмәһе ҡаланың өс участкаһында – Еңеү паркы, Мерәҫ һәм Салауат Юлаев урамдарында ойошторолдо. Урал Тотманов сараға улы менән килгән. Бындай саралар тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләй ул.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһын Иглин районы халҡы ла күтәреп алды. 500-ҙән ашыу уҡыусы һәм уҡытыусылар район үҙәгендә йәш үҫентеләрҙ ултыртыуҙа ҡатнашты. Хәҙер ағастарҙың ерегеп, үҫеп китеүе шарт.

Йәрмәкәй районын йәшелләндереүгә бер меңгә яҡын халыҡ сыҡҡан. Улар майҙансыҡтарҙа шыршы, йүкә, ҡарағай һәм миләш ултыртыртты. Күләмле ағас ултыртыу Ауырғазы районы ауылдарында ла үтте. Бында бер көн эсендә меңдән ашыу үҫенте аллеялары барлыҡҡа килде. Акцияла ҡатнашыу өсөн әллә ҡайҙа барырға ла түгел, йорт алдында ағас ултыртыу ҙа изге эш, ти ойоштороусылар.

Фото №1 - Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе сиктәрендә Профсоюздар йорто эргә-тирәһе йәшелләндерелде

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ