Төрлө ойошмалар, ведомство вәкилдәре, ғаиләләр, ирекмәндәр йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартып, тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе. барлығы экологик акцияға 350 меңдән ашыу кеше сыҡты. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә шәмбе өмәһенә йыйылған ирекмәндәр Долгое күл буйын сүп-сарҙан таҙартып мәсет майҙаны хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килде. Эшкә дәррәү тотонған йәмәғәтселек бер-ике сәғәт эсендә тиҫтәләп ҡапсыҡ сүп йыйып полигонға оҙатты.
Шәмбе өмәләре тирә-яҡты таҙартыу сараһы ғына булып тормай. Акцияла ҡатнашыусылар физик эш эшләп, бер-береһе менән аралашып ваҡытын саф һауала үткәрҙе.
Экологик акцияға барлыҡ ойошмалар һәм учреждениелар йәлеп ителде. Шәмбе өмәһенә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров сыҡты. Сәйәсмән әйтеүенсә, дәррәү эштән ҡала майҙаны таҙарып, урам һеперсеүселәргә аҙ булһа ла ярҙам булып ҡала.
Уртаҡ көс менән республика буйынса 4 мең тоннаға яҡын сүп-сар йыйылған. Ғәҙәттәгесә, май байрамдары алдынан үткәрелгән экологик акция ҡала майҙандарын йәмләп, йәшел үләндәргә тиҙерәк морон төртөргә этәргес булып тора.
Май байрамдарынан һуң шәмбе өмәләренең икенсе өлөшө үткәреләсәк тип көтөлә. Биләмәләрҙе йәшелләндереү, ағас ултыртыу, йәмәғәт урындарын биҙәү кеүек эштәр күҙ уңында тотола.
Дөйөм алғанда республика буйынса шәмбе өмәһенә 350 меңдән ашыу кеше сыҡты. Урындағы халыҡ көсө менән йәмәғәт урындары, парк, күл буйҙары, туҡталҡалар һәм башҡа урындар тәртипкә килтерелде. Экологик акцияға ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та еткерҙе. Рәсәй буйынса Башҡортостан өмәлә ҡатнашыусылар һаны буйынса иң әүҙем төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә.
Флорида Ким






