Башҡортостанда дистанцион белем биреү технологияларын камиллаштырыу юлдары ҡарала

Эксперттар был алымды мәғариф системаһының мөһим элементы тип иҫәпләй. Онлайн система бигерәк тә физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эшләгәндә уңайлы. Шуға күрә төбәктә дистанцион эшләгән уҡытыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, иң уңышлы алымдарҙы асыҡлау һәм таратыу, алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу бурысы тора.

Тәүге тапҡыр ойошторолған «Дистанцион уҡытыусы» республика конкурсы ла ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Һөнәри бәйге хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дистанцион уҡытыусы конкурсы педагогтар араһында ойошторолған башҡа ярыштарҙан айырылып тора. Был сарала һөнәри оҫталыҡ, балаларҙы яратыу ғына етмәй, заман технологияларын да бар камиллығында үҙләштереү мотлаҡ. Ә дәрестәрҙең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар менән уҙғарылыуын иҫәпкә алғанда, уҡытыусыларҙан психолог булыу ҙа талап ителә.

Конкурста республиканың төрлө ҡала-райондарынан йөҙҙөн ашыу уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараған. Бәйгелә педагогтар үҙҙәренең белемен, эш методикаһын күрһәтеүҙән тыш, яңы электрон белем биреү системаларын да өйрәнгән.

Финалға һигеҙ уҡытыусы һайлап алынған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, улар конкурстың бар этаптарын да лайыҡлы үтеп сығып юғары һөнәри кимәлен иҫбатлаған. Был педагогтар иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Ә тәүге тапҡыр ойошторолған «Дистанцион уҡытыусы» республика конкурсының еңеүсеһе итеп Әлфиә Ҡаһарманова табылды. Уға 50 мең һум күләмендәге премия тапшырылды.

Конкурстың операторы - Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге директоры Фәнил Нурыев әйтеүенсә, бәйге дистанцион уҡытыуҙың көслө һәм иғтибар етмәгән яҡтарын асыҡларға ярҙам иткән. Конкурс сиктәрендә тупланған тәжрибәгә нигеҙләнеп ҡатнашыусылар өсөн үҙәктә «Дистанцион уҡытыу оҫталары» тип аталған махсус курстар үткәреү ҡаралған. Киләсәктә педагогтар конкурсын дауам итеү маҡсаты ла тора.

Фото №1 - Башҡортостанда дистанцион белем биреү технологияларын камиллаштырыу юлдары ҡарала

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ