Өфөлә «Абилимпикс» 7 -cе милли чемпионатының төбәк этабы тамамланды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ ярыштары 19 апрелдә башланды. Ярыштар 72 компетенция буйынса 26 майҙанда үтте. Быйылғы чемпионатта матурлыҡ индустрияһы, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы, эшҡыуарлыҡ, сауҙа, етештереү сәнәғәте, төҙөлөш һәм һанлы технологиялар йүнәлешендә лә ярыштар үтте.

Йомғаҡлау тантанаһында 300-ҙән ашыу конкурсантҡа миҙалдар һәм дипломдар тапшырылды.

Чемпионатта 650-нән ашыу конкурсант һөнәри өлкәлә оҫталыҡта көс һынашты. Мөмкинлектәре сикләнгән мәктәп уҡыусылары, студенттарҙан тыш, төрлө өлкәлә эшләүсе һөнәрмәндәр ҙә әүҙемлек күрһәтте. «Абилимпикс»тың төбәк этабы еңеүселәре ноябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк 7-cе милли чемпионатта ҡатнашасаҡ.

Фото №1 - Өфөлә «Абилимпикс» 7 -cе милли чемпионатының төбәк этабы тамамланды

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ