Был турала бөгөн ташҡын буйынса брифингта хәбәр ителде. Әле ҡотҡарыусылар 5 районды контролдә тота. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов.
Уҙған көн Шишмә районында Бочкаревка һәм Черниговка ауылдары араһындағы күпергә ағас ауҙы. Ҡотҡарыусылар ағасты киҫеп алған, юлда тотҡарлыҡтар юҡ, тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралыҡтан.






