Хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар ҡатнашлығында үткән сарала яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек - техника паркының торошо,яғыулыҡ-майлау материалдары һәм запас частар менән тәьмин ителеү, орлоҡтар сифаты мәсьәләләре күтәрелде. Хужалыҡ рәйесе Фәрит Сафин белдереүенсә, ауыл эшсәндәре сәсеүгә әҙер, кампанияны уңышлы башҡарып сығыр өсөн дәүләт ярҙамы ла бүленгән.
Балтас районында 34 мең гектарҙа бөртөклө культуралар сәсеү планлаштырыла.






