Бүләкләү тантанаһы композитор ижадына бағышланған “Башҡорт йыры” проекты концертында ойошторолдо. Рим Хәсәнов – 400-ҙән ашыу йыр,баллада һәм романс авторы. Улар иҫәбендә халыҡҡа киң билдәле “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, “Әҡлимә” һәм башҡа әҫәрҙәр бар. “Ал да нур сәс халҡыңа! ”миҙалы башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, телен үҫтереүгә ҙур көс һалған һәм йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған граждандарға бирелә.






