Новосибирскиҙа Токиола уҙасаҡ Олмипия уйындарына һайлап алыу этабы уҙҙы. Составында Искәндәр Әхмәтов, Тимур Арыҫланов, Аскар Хәмзин һәм Тимур Сафин булған республика командаһы алтын миҙал яуланы. Ил беренселегендә рәттән 4-се тапҡыр беҙҙең спортсылар ошондай уңышҡа өлгәшә. Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы бронза миҙалға лайыҡ булды.




