Әлеге мәлдә барлыҡ райондарҙа ла техника баҫыуҙа. Былтырғыға ҡарағанда сәсеүлек майҙандарында үҙгәрештәр бар: көҙҙән ужым культураһы күберәк сәселгән, тип белдерҙе Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер– Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Әле күпселекхужалыҡтар ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын туҡландыра, тырмата. Илшат Фәзрахманов дауам итә.
Республикала яҙғы культураларҙы 2 миллион гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла.






