Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров сығыш яһаны. Төп проблемалар – һыу һәм һауа таҙалығы, шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән бәйле. Һауаны бысратыу күрһәткесе буйынса беҙҙең республика илдә 8-се урында. Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында хәл айырыуса ҡатмарлы. Урал Искәндәров сәнәғәт ойошмаларын үҙгәртеп ҡороу һәм һауа таҙалығын тикшереү станциялары һанын арттырыу кәрәклегенә баҫым яһаны.
Республикала һыуҙың сифаты ла көнүҙәк. Таҙартыу ҡоролмаларының күбеһе иҫкергән, ә 12 районда улар бөтөнләй юҡ. “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары күпселек осраҡта ҡулланылған һыуҙы таҙартмай йылғаларға ағыҙа”, – тине Урал Искәндәров.
Был аҙнала республикаға Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионованың килеүе көтөлә. Ул Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡалаларындағы сәнәғәт ойошмаларына барырға йыйына. Бындағы экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә федераль ҡаҙна аҡсаһын йәлеп итеү ҡарала.






