Ҙур университет булдырыу – донъя юғары уҡыу йорттары араһында лайыҡлы урын алырға мөмкинлек бирә

Фото №1 - Ҙур университет булдырыу – донъя юғары уҡыу йорттары араһында лайыҡлы урын алырға мөмкинлек бирә

Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүгә бәйле фекерен белдерҙе. Уҙған аҙнала юғары уҡыу йорттарының Ғилми советтары ултырыштары үтте. Унда күпселек тауыш менән берләшеү өсөн ыңғай ҡарар ҡабул ителде. Андрей Назаров әйтеүенсә, ҙур университет – республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Ҙур университет булдырыу – донъя юғары уҡыу йорттары араһында лайыҡлы урын алырға мөмкинлек бирә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ