Бөгөн Өфөлә Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

“Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙанда ретро һәм заман янғын һүндереү машиналарынан торған күргәҙмә ойошторолдо, залда байрам сараһы уҙҙы. “Республиканың ут менән көрәшеүселәре даими әҙерлектә, хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән үтәй. Янғын менән көрәшеүгә күпләп заманса техника һатып алына”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы етәксеһе Марат Латыпов.

Бөгөн Өфөлә Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Тантаналы ултырыш барышында янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Булат Хәйретдинов бар. Ул Шамонин ауылында янғын һүндереү бүлегендә 2013 йылдан алып эшләй.

Бөгөн Өфөлә Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Рәсәйҙә Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө 30 апрелдә билдәләнә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ