Өфөлә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн “Һүҙ көсө” тип аталған практик семинар үтте. Уны Башҡортостан Журналистар союзы һәм Алыш төрҙәре берлеге ойошторҙо. Коллегаларыбыҙ бындай уҡыуҙарҙың, бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ журналистар өсөн мөһим булыуын билдәләне.
Журналист – хәүефле һөнәр һанала. Шуға үҙеңде яҡлау алымдарына өйрәнергә кәрәк, ти күнекмәне үткәреүсе Юрий Семенихин. Ул каратэ оҫтаһы. “Һөжүм итергә йыйынған кеше тел менән әтйкәнде аңламаһа, ҡул көсө ҡулланырға тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен яҡлау өсөн төрлө әйберҙәрҙе эшкә егә ала”, - ти тренер.
Быйыл “Һүҙ көсө” проекты буйынса Рәсәйҙең биш ҡалаһында практик семинар ойошторола. Журналистарҙан тыш табиптар, суд приставтары һәм студенттар өсөн дә ошондай уҡ уҡыуҙар уҙғарыла.






