Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатыусыларға Маҡтау билдәһе тапшырыла башлай

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ул Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә уҙҙы. Оператив кәңәшмлә шулай уҡ Владимир Путиндың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған бурыстар, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм юлдарҙы ремонтлау хаҡында һүҙ барҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оперативканың Рәсәй Президенты мөрәжәғәтнамәһен тикшереүҙән башланыуы нигеҙһеҙ түгел, стратегик документта төбәктәр үҫешенә ҡағылған пункттар байтаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, күп кенә бурыстар Башҡортостанда алдан уҡ тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республикала балаларҙың йәйге лагерҙарына юлламалар хаҡының 75 проценты кире ҡайтарыла, зәңгәр яғыулыҡты ташламалы үткәреү буйынса сертификаттар бирелә.

Республикала коронавирустан вакцина яһатыусыларға махсус маҡтау билдәһе лә тапшырыла башлай. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, әле ике компонент менән бергә 400 меңгә яҡын кеше прививка эшләткән. Төбәктә бөтәһе 155 пункт эшләй, улар эшмкәрлеген байрам көндәрендә лә туҡтатмаясаҡ.

Иртәгә республикала юл һыҙаттарын билдәләү башлана. Ошо маҡсатта 317 миллион һум аҡса бүленгән. Белгестәр әйтеүенсә, һыҙаттар юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. 2 мең километр арауыҡта һыҙаттарҙы термопластик менән эшләү, ә 6 мең километрҙа буяу ҡулланыу ҡаралған.

Республика райондары иһә яҙғы баҫыу эштәрен башлаған. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, сәсеү компанияһы тотҡарлыҡһыҙ үтер тип көтөлә. Быйыл техника паркы ла яңыртылған. Һуңғы өс айҙа ғына аграрийҙар 2 миллиард һумға яҡын суммаға 778 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алған.

Андрей Назаров әйтеүенсә, республикаға Рәсәй тәбиғәт күҙәтеүе идаралығы етәксеһе Светлана Радионованың килеүе көтөлә, эш сәфәре барышында тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән проблемалы урындар буйлап йөрөргә мөмкин.

Оператив кәңәшмәлә экологик зыянды кәметеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Хәбәр итеүебеҙсә, был һорау Владимир Путиндың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә лә күтәрелгәйне. Сәнәғәт үҫешкән Башҡортостан өсөн тема айырыуса көнүҙәк. Мәҫәлән, әле республикалағы таҙартыу ҡоролмаларының 70 проценты иҫкергән. Химпром предприятиеһының урынында ла рекультивация уҙғарыу талап ителә. Белгестәр фекеренсә был эштәрҙе федераль бюджеттан финанслау талап ителә. Әле ошо йүнәлештә эш алып барыла.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатыусыларға Маҡтау билдәһе тапшырыла башлай

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ