Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияға бөгөн теүәл 35 йыл

1986 йылдың 26 апрелендә проект һынауҙарын уҙғарыу барышында дүртенсе энергия блогында шартлау яңғырай. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында илдең иң яҡшы белгестәре ебәрелә. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа була. Техноген һәләкәтте үҙ күҙҙәре менән күргән ликвидаторҙар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Йөрәктәрҙә уйылып ҡалған һәм ҡара эҙ ҡалдырған фажиғә. Ҡеүәтле шартлауҙар менән янғын һөҙөмтәһендә әүҙем зона һәм реактор бинаһының бөтә өҫкө өлөшө тулыһынса емерелә. Барлыҡ ҡаршылыҡтар һәм хәүефһеҙлек системалары юҡҡа сыға. Ғәйәт ҙур, үлемесле радиоактив матдәләр бүленеп сыға, кеше һаулығы, бөтә тереклек хәүеф аҫтына эләгә. Һәләкәт төнөн Мөнирә Шәрифулла ҡыҙы кисә булған кеүек хәтерләй. Ул 1979 йылда ғаиләһе менән Припять ҡалаһына йәшәргә күсә. Атом электр станцияһында сыҡҡан шартлауҙы ҡатын фатир балконынан күҙәтә.

Авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Башҡортостандан 10 меңгә яҡын кеше ебәрелә. Тәүгеләрҙән булып ул ваҡыттарҙа хәрби хеҙмәттә булған яҡташыбыҙ Ғәйзулла Тусалин да ҡатнаша.

Чернобыль – яңы һалдат мәктәбе булған, тип әйтергә мөмкин. Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәгән кеүек, химия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе һаулыҡҡа үҙ йоғонтоһон яһай.

Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн беренселәрҙән булып хәрбиҙәр йәлеп ителә. Уларҙың төп маҡсаты - һаҡлағыс саркофаг төҙөү алдынан радиация менән зарарланған биләмәне таҙартыу. Фидарис Сафа улы 38 йәшендә яңынан хәрби форма кейә. Ҡайҙа алып китерҙәрен үҙебеҙ ҙә белмәй инек, ғаиләм военкомант алдында һуғышҡа оҙатҡан кеүек хушлашып халды, ти ул.

Чернобыль АЭС-ында сыҡҡан шартлау һөҙөмтәләрен бөтөрөргә илдең иң яҡшы белгестәре ебәрелә. Алевтина Константиновна 30 йыл атом энергетикаһы тармағында эшләгән. 1987 йылда химик-атомсы Чернобыль АЭС-на эләгә. Һәләкәт урынында белгес химик матдәләрҙе таҙартыу, тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү лабораторияһында тикшереүҙәр үткәрә. Тәжрибәле белгестәрҙән айырмалы рәүештә күп кешеләр радиация менән зарарлы биләмәлә ҡалыуы хәүефле икәнлегенә төшөнөп етмәй ине, ти Алевтина Константиновна.

Чернобыль фажиғәһен йәмәғәтселек иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Көслө протест тулҡынына бәйле Татарстан менән Ҡырымдағы оҡшаш төҙөлөштәр туҡтатыла. Шул иҫәптән кадрҙарҙа күрһәтелгән Башҡортостан атом электр станцияһы. Әйткәндәй, Чернобыль һәләкәтен ликвидациялауҙа ҡатнашҡан Алевтина Комаринская 90-сы йылдарҙа Ағиҙелгә эшкә ебәрелгән. Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөштө туҡтатыу ҡарары нигеҙһеҙ, сөнки Чернобылдәге һәм Башҡортостанда ҡуйылырға тейешле реакторҙар араһында айырма ҙур.

Чернобыль АЭС-ның 4-се энергия блогында сыҡҡан шартлауҙар һәм янғын һөҙөмтәһендә һауаға 190 тонна радиоактив матдәләр бүленеп сыға. 200 мең квадрат километрҙан ашыу биләмә бысрана. Ликвидаторҙар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеүе арҡаһында донъя глобаль экологик һәләкәттән ҡотҡарыла.

Шартлаған реактор һәм емереклектәр өс ай эсендә махсус көмбәҙ – саркофаг менән ябылды. Әлеге ваҡытта Чернобыль АЭС-ында электр тогы етештерелмәй. Унда “Яңы арка” проекты тормошҡа ашырыла. Станция тағы бер махсус көмбәҙле ҡыйыҡ – арка менән ҡапланасаҡ.

Фото №1 - Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияға бөгөн теүәл 35 йыл

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ