Төйәләҫ эзбис ятҡылығы «Башҡортостан сода компанияһы» өсөн төп сеймал сығанағына әйләнеүе ихтимал

50 йыл алға ҡарап. Төйәләҫ эзбис ятҡылығы «Башҡортостан сода компанияһы» өсөн төп сеймал сығанағына әйләнеүе ихтимал. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров , БСК-ның генераль директоры һәм Ласселсбергер компаниялар төркөмө етәксеһе менән ятҡылыҡҡа сәфәр ҡылды.

Ике компанияның берлектәге предприятие асыу мөмкинлеге өйрәнелә. Карьерҙан сығарылған минералдың 90 процентын Стәрлетамаҡҡа оҙатыу ҡарала. Төйәләҫ ятҡылығында йөк тейәү өсөн автоматлаштырылған система ҡороу, Стәрлетамаҡта иһә йөк бушатыуҙы автоматлаштырыу талап ителә. Сибай эзбисташының тәүге партияһы тейәлгән тимер юлы составын Стәрлетамаҡҡа 2021 йылдың июнендә оҙатыу планлаштырыла.

Здесь такой масштабный проект. Цель – дать возможность БСК получить сырьевую базу достаточную на лет 40-50. при этом наша постоянная задача – создание нового производства в Зауралье. Радий Фаритович обозначил проблему что мы уже в ближайшее время должны создать и утвердить масштабную и новую программу развития Зауралья.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры

Андрей Назаров предприятиеның Сибай ҡалаһы һәм тотош Урал аръяғы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн мөһим булыуын билдәләне. Әлегә тиклем Төйәләҫ ятҡылығында күләмле эштәр башҡарылмауының төп сәбәбе тап һатып алыусының булмауына бәйле. Башҡортостан сода компанияһы кеүек эре етештереүсене даими сеймал менән тәьмин итеү яңы мөмкинлектәр аса. Проектты ғәмәлгә ашырыу барышында Сибай тимер юл станцияһын яңыртыу һәм карьерҙағы эзбисташ отнау ҡоролмаларын камиллаштырыуға инвестициялар талап ителә.

Фото №1 - Төйәләҫ эзбис ятҡылығы «Башҡортостан сода компанияһы» өсөн төп сеймал сығанағына әйләнеүе ихтимал

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ