Өфөлә республиканың турист маршуруттары йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде. Башҡортостан сауҙа үҙәгендә ғаилә менән ял итеү мөмкинлектәре күрһәтелгән майҙансыҡ ойошторолдо.
Экспозицияларҙың күбеһе балалары менән сәйәхәткә сығырға әҙер торған ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнгәйне. Бөрө туроператорҙары бай тарихлы урындар буйлап экскурсиялар уҙғарырға әҙер торһа, Көньяҡ урал тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡосағында ял итергә, турист һуҡмаҡтары буйлап үтергә саҡырҙы.
Рафиҡ Әхмәтшин






