Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар

Сара «Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре герой-ликвидаторҙары» мемориалы янында үтте. Хәтер көнөнә ветерандар ғына түгел, һәләк булған иптәштәренең ғаилә ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Зарарлы эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ябай кешеләр, хәрбиҙәр һәм студент отрядтары ҡатнаша.

Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында дауам итте. Театр сәхнәһендә Чернобыль хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Тантананы концерт номерҙары биҙәне. Әлеге көндә Башҡортостанда Чернобыль АЭС-ы һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 1 902 кеше йәшәй.

Фото №1 - Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ