Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан тормошҡа ашырылған махсус проект өс тиҫтәләп киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрен бергә йыйҙы. Ике өлөштән торған семинар журналистарға профессиональ өлкәлә кәрәк булыу ихтималлығын күҙ уңында тотоп ойошторолдо. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен һаҡлау сараларына өйрәнде.
Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында махсус ойошторолған сара Өфөлә пилот проекты булараҡ үтте. Программа алдағы көндәрҙә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Екатеринбург ҡалаларында тормошҡа ашырыласаҡ. Рәсәй Журналистар Союзы проекты киләһе йылдарҙа ла ойошторолор тип күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин




