Субсидия биреү тәртибе Республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡаралды. Вице-премьер -Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, көнбағыш майы етештереүселәргә һәр литр өсөн сығымдарҙың 10 һумы ҡаплана. Был эш продукцияға хаҡтарҙы тотороҡландырыу маҡсатында алып барыла. Башҡортостанда көнбайыш майы "Шишмә" һәм Күмертауҙағы "Элеватор" предприятиеларында етештерелә.




