Халыҡтың аралашыу мәҙәниәтен күтәрергә кәрәк. Рәсәй туриндустрияһы берлегенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин ошондай фекерҙә.
Ҡайһы бер эксперттар, быйыл Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы республикаға килгән сәйәхәтселәр һанын арттырырға булышлыҡ итер, тип иҫәпләй. Әйткәндәй, Кинйә Күскилдин бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуына саҡырылған. Тура эфир 18 сәғәт 15 минутта башлана. Һорау һәм тәҡдимдәрегеҙ өсөн бәйләнеш телефоны: 285-77-85, Өфөнөң коды: 347.






