Башҡортостанда һөт етештереү артҡан

Фото №1 - Башҡортостанда һөт етештереү  артҡан

Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров яҙа. 2021 йылда ауыл һәм фермер хужалыҡтары 233 мең тонна һөт һауған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 5, 4 процентҡа күберәк. Төбәк етәксеһе был йүнәлештә алдынғы 3 районды билдәләй. Һауылған һөттөң  5-тән 1 өлөшө  Саҡмағош, Илеш һәм Ауырғазы хужалыҡтарына тура килә.  Республиканың аграр комплексына инвестиция йүнәлтергә теләүселәр арта. Бынан тыш аҙыҡ-түлек һәм ҡайтанан эшкәртеү сәнәғәте концепцияһы булдырылған. Унда льготалы кредит һәм техника һатып алыуҙа сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу кеүек ярҙам саралары ҡаралған, тип билдәләгән Радий Хәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ