Май байрамдарында республикалағы медицина учреждениелары ғәҙәти тәртиптә эшләй

Фото №1 - Май байрамдарында республикалағы медицина учреждениелары ғәҙәти тәртиптә эшләй

Был турала бөгөн онлайн брифингта Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова белдерҙе. Коронавирустан вакцина яһатыу пункттары ла асыҡ була, тине ул.

Май байрамдарында республикалағы медицина учреждениелары ғәҙәти тәртиптә эшләй

Үткән тәүлектә Башҡортостанда 98 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Пандемия башланғандан алып, сирлеләр һаны 35 мең 81-гә етте. Әле стационарҙа 173 кеше дауалана, 30 пациенттың хәле ауыр, 5 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Инфекцияны еңел үткәргән 1 мең 818 кеше өй шарттарында дауалана.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡыҙыу бәйләнеш телефоны эшләй. Күп каналлы һәм тәүлек әйләнәһе ҡабул иткән телефон һандары: 279-91-20.   

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ