Республика бейеүселәре бөгөн Майкоп филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһай. Коллектив тамашасыларға халыҡ бейеүҙәренең иң яҡшы өлгөләрен тәҡдим итә, ти ансамбль солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева.
Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур турне "Беҙ - Рәсәй" федераль программаһы сиктәрендә үтә.




