Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһы 2026 йылғаса иҫәпләнгән. Былтыр беҙҙең республиканан 178 миллион долларлыҡ аҙыҡ-түлек экспортланған. Быға тиклем күберәк сеймал һатылһа, киләсәктә әҙер һәм юғары табышлы продукцияға өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостан 41 дәүләткә ауыл хужалығы тауары һәм аҙыҡ-түлек һата.




