Һаҡ булығыҙ! Республикала талпан әүҙемләшә

Фото №1 - Һаҡ булығыҙ! Республикала талпан әүҙемләшә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина учреждениеларына бөжәк ҡаҙалған 124 кеше мөрәжәғәт иткән. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, яҡшылап кейенергә кәрәк. “Бөжәктәр ағаста була тип уйлаусылар яңлыша”, - ти биологик фәндәре кандидаты Дилбәр Ҡыуатова.

Һаҡ булығыҙ! Республикала талпан әүҙемләшә

“Талпандан кешегә бер нисә ауырыу йоғоуы ихтимал”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов.

Һаҡ булығыҙ! Республикала талпан әүҙемләшә

Бөжәктең зарарлымы, юҡмы икәнлеге Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тикшерелә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт. Анализ һөҙөмтәһен сайтта ҡарарға була. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, республикала йәшәүселәрҙең – 30, Өфө халҡының 15 проценты талпан энцефалитынан вакцина яһатҡан. Быйыл Башҡортостанға 55 мең дана самаһы прививка килтерелгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ