Мәртәбәле бүләккә лайыҡ булыусылар араһында Башҡортостандан 35 табип бар. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, COVID-19 менән көрәштә фиҙаҡәрлек һәм юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткән өсөн 12 яҡташыбыҙға Президенттың Почет грамотаһы тапшырыла, 23 табипҡа дәүләт башлығы Рәхмәт белдергән.






