Штраф туҡталҡаһының беренсе тәүлеге түләүһеҙ булырға тейеш

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы ошондай тәҡдим индерҙе. Юғиһә, автомобиле эвакуацияланған водителдәр өс тапҡыр яуап тота. Ҡағиҙә боҙған өсөн штраф, эвакуатор хеҙмәте һәм туҡталҡала торған өсөн дә хаҡ түләргә кәрәк.

Райондарҙан килгәндәр өсөн был аҡсалар үтә ҙур, тине Виктор Жульков. Автомобилдәрҙе эвакуациялау мәсьәләләре бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һәм яуаплы ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.

Эргәлә камералар булғанда ғына эвакуаторҙар бар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, яйлап эш итә. Ғәҙәти эш мәленә уларҙың формула ярыштарындағы пит стоп хеҙмәтләндереүселәр ҙә көнләшерлек. Күҙ асып йомған арала еңел автомобиль ҙурырағына атланып та ала. Машинаның хужаһы сығып өлгөрмәһен өсөн инспектор менән эвакатор водителе мөғжизә ҡылырға әҙер. Ярамаған урында туҡтаған был «Нива» ла хужаһын көтөп тормаҫҡа булды.

Ҡағиҙә боҙған икән, язаһын алырға тейеш. Әммә һүҙ был турала түгел. Хәҙер уға ҡайҙалыр барырға, нимәлер белешергә кәрәк. Һуңынан тағы ҡайҙалыр барырға һәм алырға, һәм аҙаҡта ғына тәүге урынға барып автомобилде алырға мөмкин. Был күренеш төптө кешесә түгел.

Николай Хорошилов, Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай комитеты рәйесе

Ҡайҙалыр түгел, ә Оло Шерстомойная урамына. Күптән түгел генә штраф туҡталҡаһы Пархоменко урамынан Нижегородка биҫтәһенә күсерелде. Йәнәһе лә, шулай уңайлы. Әммә автомобилһеҙ тороп ҡалған водителдәргә генә уңайлы түгел. Машинаһын эҙләп ҡала ситенә йөрөгәнсе ваҡыт үтә. Ә ваҡыт был туҡталҡала үтә лә ҡиммәт.

Бер тапҡыр ҡағиҙә боҙған өсөн өс тапҡыр яуап тоторға тура килә. Юл инспекторҙары протокол төҙөмәйенсә, автомобилде лә алып булмай. Әгәр хәл киске биштә теркәлһә? Инспектор бит алтыға тиклем генә эшләй. Миңә ҡалһа, улар тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш.

Рим Ҡәйүмов, Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле

Бигерәк тә райондарҙан килгән халыҡтың кеҫәһенә был эвакуаторҙар ныҡ һуға. Дауаханалар янында урын таба алмай биш минутҡа ғына машинаһын ҡалдырып киткән водителдәр өсөн тотош бер көн квестҡа әйләнә.

Әгәр штраф туҡталҡаһында эшләгән инспекторҙың эш ваҡыты тамамланыуға тиклем машинаңды табып өлгөрмәһәң, тағы бер тәүлек көтөргә тура килә. Ул сағында инде ҡағиҙә боҙған өсөн штраф һәм эвакуатор хеҙмәтенән тыш, автомобиль һаҡта торған өсөн 1200 һум түләргә мәжбүр итәләр.

Был ҡаршылыҡтарҙы йомшартыу юлдары депутаттар ойошторған түңәрәк өҫтәлдә өйрәнелде. Халыҡ һайланыусылар әйтеүенсә, штраф туҡталҡаһының беренсе тәүлеге түләүһеҙ булырға тейеш. Йәки сит илдәрҙәге кеүек автомобилдәрҙе алып китергә түгел, ә тәгәрмәстәргә блокираторҙар ҡуйыу кәрәк. Әлеге мәлдә штраф туҡталҡаһы тәртип булдырыу түгел, ә эшҡыуарлыҡты ғына хәтерләтә. Өҫтәүенә, эвакуатор һәм туҡталҡа өсөн тарифтарҙы арттырыу көтөлә.

Фото №1 - Штраф туҡталҡаһының беренсе тәүлеге түләүһеҙ булырға тейеш
Выборы 2026

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ