Бөгөн 85 йәшен билдәләгән ғалим, биология фәндәре докторы, профессор Фәнғәт Хажиев ғумер буйы ергә һәм йырға табынып йәшәй. Фәнғәт Хаммат улы Башҡортостан тупрағына арналған 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа, тиҫтәләгән китап баҫтырып сығара. Оло юбилейын да ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, фәнгә хеҙмәт итеп, тыуған тупрағының яҙмышы өсөн борсолоп ҡаршы ала. Күренекле шәхес менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Фәнғәт Хажиевҡа тупраҡтың сифатын билдәләү өсөн лаборатория тикшереүҙәре, ҡиммәтле ҡоролмалар кәрәкмәй, бармаҡ осо менән тейеп ҡарау ҙа етә. Фәнғәт Хаммат улының 60 йылдан ашыу ғүмере Башҡортостан ерҙәрен өйрәнеү менән бәйле, ул республиканы ысын мәғәнәһендә иңенән-буйына гиҙеп сыға, һәр төбәктең тупрағын бер ҡарауҙан айыра ала. Был һөйөү бала саҡтан килә, ти Балтас районы Яланғас ауылында тыуып-үҫкән ғалим.
Фәнғәт Хажиев Башҡортостан тупрағын өйрәнеп 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа, тиҫтәгә яҡын китап сығара. Уның материалдары хатта сит ил баҫмаларында ла донъя күрә. Ғалим йәштәр менән дә әүҙем эш алып бара, 8 фән докторы, 24 фән кандидаты тәрбиәләп сығара. Улар бөгөн остазының эшен лайыҡлы дауам итә. Тормош иптәше, билдәле сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасимова әйтеүенсә, Фәнғәт Хаммат улы өсөн тупраҡтан да бөйөгөрәк нәмә юҡ. Ул Шәйехзада Бабич шиғырындағыса беҙ – тупраҡҡа анабыҙ, тупраҡ – беҙҙең балабыҙ, тип йәшәй.
Фәнғәт Хажиев әйтеүенсә, Башҡортостан тупрағы уңдырышлы, әммә бик үҙенсәлекле йәки мул уңыш алыу өсөн ер хужаларынан тырышлыҡ һәм көс талап ителә. Тупраҡтың биологик әүҙемлеге түбән, икенсенән, состав балсыҡлы, ҡомлораҡ һәм ыуалыусан түгел. Ғалимды ергә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәреүе, тейешле иғтибар бирелмәүе лә борсой. Бөгөн тупраҡтың файҙаһын күрәбеҙ, ә уның торошон хәстәрләмәйбеҙ. Был уңдырышлы ер ҡатламының йоҡарыуына килтерә. Проблеманы ашландырыу, тәрән эшкәртеү ярҙамында хәл итеп була, закондар бар, финанслау юҡ, тип әсенә Фәнғәт Хаммат улы.
Фәнғәт Хажиев 85 йәшен дә сафта ҡаршылай, ул әле лә Башҡортостан фәндәр академияһында эшләй. Ер һәм йыр менән ғүмерҙең уҙғаны ла һиҙелмәй ти фәнгә тоғро һәм ижади күңелле шәхес.
Рәмзиә Кәримова




