Бынан 45 йыл элек Сайгон ҡалаһында Америка Ҡушма Штаттарына буйһонған көстәр капитуляция тураһында иғлан итә. Вьетнам халҡына тиңһеҙ көрәштә Советтар Союзы ярҙам итә. Ҡорал, хәрби техника, аҙыҡ-түлек оҙатыла.
Бәрелештәрҙә Совет хәрби белгестәре лә ҡатнаша. 50 йылға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әлегә тиклем был һуғыш геройҙары билдәһеҙ булып ҡалды. Улар үҙҙәре тураһында һөйләп барманы. Дәүләт серен һаҡланы. Бөгөн был һуғыш тарихта ҡала. Өфөлә тәүге тапҡыр Вьетнам джунглиҙарында Ҡушма Штаттарға ҡаршы алышҡан яугирҙар тәбрикләнде.
Ҡырмыҫҡалы районы Мансаҙы ауылы егете Мозафар Шәмсетдиновтың йәш сағы Вьетнамда үтә. Бер йыл уға интернациональ бурысын үтәргә тура килә. Фантомдарҙы ҡырыусы тип танылған с-75 комплексында Вьетнам һауаһын Америка самолеттарынан һаҡлай. Күрһәткән батырлығы өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән бүләкләнгән.
Вьетнам һуғышы самолет һәм ракета комплекстары киң ҡулланылған хәрби бәрелештәрҙең береһе. Америка Ҡушма Шаттары һәм уларҙың саттелиттары ябай халыҡҡа ҡарата төрлө ҡорал һынай. Напалм бомбаларын ҡуллана. Вьетнам халҡын агрессиянан яҡлауға Тымыҡ океан флоты караптары ла йәлеп ителә. Улар кәрәкле разведка мәғлүмәте менән бүлешә. Шундай караптарҙың береһендә, республикала танылған диңгеҙсе, беренсе ранг капитаны Мансур Ахунов хеҙмәт итә.
Советтар Союзы Вьетнам һуғышында рәсми рәүештә ҡатнашмай. Әммә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр нигеҙендә илде ҡорал, техника, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
Һуғыш тамамланыуға ярты быуат самаһы ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан Вьетнамда интернациональ бурысын үтәгән Совет белгестәре хаҡында мәғлүмәт юҡ кимәлендә. Өфөгә улар тәүге тапҡыр рәсми бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап тынсыу тропик урмандарҙа хәрби бурысын үтәгән һалдат һәм офицерҙарҙың батырлығы йылдар үтһә лә онотолмай.
Рафиҡ Әхмәтшин






