Ошо уңайҙан Өфө «Нур» татар дәүләт театрында ҙур мәҙәни сара үтте. Йәмәғәт эшкәмәрҙәре шәхестең һәйкәленә сәскә һалды, «Туҡай моңдары» республика фестиваль-конкурсы еңеүселәре билдәләнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 135 йыл. Ошо уңайҙан билдәле шағирҙың һәйкәле урынлашҡан майҙан шат тауыштарҙан, йыр-моңдан гөр килде. Иҫтәлекле саралар, ғөмүмән, йыл башынан дауам итә. Бөгөнгөһө үтә лә ҡәҙерле, сөнки Туҡайҙы оло быуын ғына түгел, йәштәр ҙә белә, ижадын өйрәнә..
Тантана шулай уҡ «Туҡай моңдары» республика фестивален дә үҙ эсенә алды. Театр коллективы ойошторған мәҙәни сараға конкурс еңеүселәре махсус саҡырылды. 9-сы тапҡыр ойошторолған фестивалда шағир әҫәрҙәре 150-нән ашыу телдә яңғыраған. Әйткәндәй, Ғабдулла Туҡайҙың тарихи сығанаҡтарҙа, әсәһенең нәҫел-тамырҙары башҡорт тип билдәләнгән.
Ошо тәңгәлдә мәктәп йәшендәгеләр өсөн фестиваль-конкурстар ойошторола ла инде. Сираттағыһы социаль селтәрҙә үтеүенә ҡарамаҫтан, 800-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың иң-иңдәре театр сәхнәһендә бүләкләнде.
Азат Ғәлиуллин




