Кама буйында ат сабыштары. Краснокама районы хакимиәте башлығы призына ойошторолған бәйгелә Башҡортостандың төрлө төбәктәре, шулай уҡ Екатеринбург, Пермь, Татарстан һәм Удмурт республикаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Регламентҡа ярашлы, турнирға башҡорт тоҡомло, юртаҡ, таҙа һәм ҡатнаш ҡанлы аттарҙы килтерергә рөхсәт ителде. Улар 2 мең метр араға етеҙҙәрҙе асыҡланы. Урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Мусин билдәләүенсә, Краснокама районы бындай сағыу сараны беренсе тапҡыр ҡабул итә. Һабантуйҙарҙағы кеүек ат сабыштары йылҡы үрсетеүсе хужалыҡтарҙа ғына түгел, ябай кешеләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыну уята. Был юлы ла көсөргәнешле уҙыштарҙы ҡарарға бик күп халыҡ йыйылды.
Ат ярыштары Башҡортостанда иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналды. Турнир һөҙөмтәләре буйынса тәүге урындарҙы үҙ номинацияларында Краснокама, Дөртөйлө һәм Мишкә райондары вәкилдәре яуланы.
Илдар Байбулатов




